Танылған яҙыусы Динис Бүләковтың ҡыҙы Зөһрә Бүләкова күптән түгел Луганск ерендә госпиталдә ирекмән булып эшләп ҡайтты. "Башҡортостан ҡыҙы"ның февраль һанында "Ирекмән кисерештәре" рубрикаһында ул күргәндәре менән бүлешә.
"Башҡортостанда «Беренсе тирмә» проекты барлыҡҡа килгәс, оҙаҡ уйлап тормай, ирекмәндәргә ҡушылырға хәл иттем. Яуҙа яраланған ир-егеттәребеҙгә ярҙам күрһәтеү өсөн, махсус хәрби операция биләмәһенә юлландым. Атайым, арҙаҡлы әҙип Динис Бүләков ғүмер буйы кешеләргә ярҙам итте, үҙ әҫәрҙәрендә лә бит ул заманаһы, халҡының яҙмышы өсөн яна. Мин, әҙәбиәтсе булмаһам да, уның рухилығын йөрәгемдә йөрөтәм. Ауырыуҙарҙы ҡарауҙа тәжрибәм дә бар, оҙаҡ йылдар әсәйебеҙ сирләп түшәктә ятты. Туғандарым иһә, изге ниәтемдең мөһимлеген аңлап, фатиха бирҙе", – тип аңлата үҙ ҡарарын Зөһрә Динис ҡыҙы. Ул бәйән иткән тетрәндергес ваҡиғалар хаҡында журналыбыҙҙың февраль һанында уҡығыҙ.
Фотолар - ғаилә архивынан.