Спартакиадала Рәсәйҙең 32 төбәгенән 800-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша.
6 – 16 февралдә Башҡортостанда инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында һаңғырауҙар спортының ҡышҡы төрҙәре буйынса I Бөтә Рәсәй спартакиадаһы үтә.
Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров “Беҙ бергә. Спорт” һаңғырауҙар спорты ҡышҡы спартакиадаһында ҡатнашыусыларға видеобәйләнеш аша ым-ишара телендә мөрәжәғәт итте. “Рәхим итегеҙ! Башҡортостанда сәләмләйем! Барығыҙға ла уңыштар теләйем”, – тине ул.
2023 йылда республикала сурдлимпиясыларҙың Йәйге уйындары, ә 2024 йылда "Рәсәй – спорт державаһы" Халыҡ-ара форумы уңышлы үтте. Башҡортостан үҙен спорт сараларын ойоштороу кимәле юғары булған һәм сурдлимпия спортын үҫтереү традициялары бай булған төбәк булараҡ танытты.
Спартакиада программаһында тау саңғыһы спорты, керлинг, саңғы ярышы, сноуборд, футзал, хоккей, шахмат буйынса ярыштар ҡаралған.
Ярыштар Өфөлә, Әбйәлил (тау саңғыһы) һәм Ишембай (керлинг) райондарында үтә.
Спартакиада 16 февралгә тиклем дауам итә. Ябыу тантанаһы 14 февралдә Спорт һарайында үтә.
Фотоларҙа - Спартакиаданы асыу тантанаһынан күренештәр.
Фотолар - БР Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.