-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
3 Февраль , 14:28

Ике театр араһында – эстафета

3 февралдә «Динамо» стадионында «Араларҙа боҙҙар ирей» эстафетаһы үтә. Унда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрҙары үҙ-ара көс һынаша.

Ике  театр  араһында – эстафета
Ике театр араһында – эстафета

– «Араларҙа боҙҙар ирей» үҙеңдең физик һәләтеңде күрһәтеү генә түгел, шулай уҡ байрам мөхитенә сумыу мөмкинлеге лә, – ти ойоштороусылар. –Был сарала төрлө йәштәге һәм кимәлдәге әҙерлекле кешеләр ҡатнаша ала. Унда конькиҙа шыуыу оҫталығын, шулай уҡ команда берҙәмлеген күрһәтергә мөмкин.

Театрҙа белдереүҙәренсә, был көндө теләгән һәр кем килеп, яратҡан театры өсөн янып-көйә һәм боҙҙа шыуа ала, инеү ирекле. Көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.

 

Сығанаҡ «Башинформ»

Автор:
Читайте нас: