Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
31 Ғинуар , 09:39

Фатихаһын бирҙе шағирә

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаеваның тыуыуына  75 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән түңәрәк өҫтәлдә әҙибәне тик яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә алдылар.  Күркәм сарала ҡатнашҡан  һәр кем  Факиһа Һаҙый ҡыҙы  тураһында  күңел  түрендә һаҡланған  йылы иҫтәлеге менән бүлешеп, йөрәк  һүҙен әйтте.

Фатихаһын бирҙе шағирә
Фатихаһын бирҙе шағирә

Кисәне “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалының вокал студияһы балаларының шағирә һүҙҙәренә яҙылған "Ҡаһармандар", Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизовтың “Йәй ғүмере” йырҙары биҙәне. Моңло тауышлы йырсы Венера Юлгилдинаның башҡорт халыҡ йыры “Фәхерниса”, Бүздәк районынан килгән яҡташтары сығыштары ла ҡатнашыусылар күңеленә хуш килде.

Түңәрәк өҫтәлде Милли әҙәбиәт музейы директоры вазифаһын башҡарыусы Зәки Әлибаев йәнле итеп алып барҙы. Оло хөрмәткә лайыҡ Факиһа Һаҙый ҡыҙының рухы шат булһын!

 

 

Фатихаһын бирҙе шағирә
Фатихаһын бирҙе шағирә
Фатихаһын бирҙе шағирә
Автор:
Читайте нас: