+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
29 Ғинуар 2025, 11:52

«Сәфәр»ҙәр, афарин!

Туймазы ҡалаһы мәҙәниәт һарайының «Сәфәр» өлгөлө бейеү ансамбле Белоруссияның Брест ҡалаһында үткән «Мяцелiца» халыҡ-ара хореография сәнғәте конкурсында Гран-при яуланы.

«Сәфәр»ҙәр,  афарин!«Сәфәр»ҙәр,  афарин!
«Сәфәр»ҙәр, афарин!

Был конурста Санкт-Петербург, Липецк, Дзержинск, Минск һәм Брест ҡалалары коллективтары ҡатнашты. Бәйге йомғаҡтары  буйынса  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы иң яҡшыһы тип танылды һәм бейеү фестивалдәренең береһенә бушлай юллама менән бүләкләнде. Йәйгеһен улар Сочи ҡалаһына барырға йыйына.

«Бөгөн төндә беҙ Белоруссиянан халыҡ-ара награда менән ҡайтҡан  «Сәфәр» ансамбле тәрбиәләнеүселәрен күмәкләп ҡаршы алдыҡ! Туймазылар жюри хөкөмөнә өс бейеү тәҡдим итте, уларҙың барыһы ла беренсе дәрәжә лауреаттары дипломдары менән билдәләнде, – тип яҙа Туймазы районы хакимиәте башлығы Булат Мусин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. – Беҙҙең талантлы коллективты, уның етәкселәре Әлфиә һәм Дамир Ибраһимовтарҙы еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт-дарман теләйбеҙ, беҙ һеҙҙең менән бик ғорурланабыҙ!»

 Сығанаҡ   “Башинформ”

«Сәфәр»ҙәр,  афарин!
«Сәфәр»ҙәр, афарин!
Автор:
Читайте нас