+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
27 Ғинуар 2025, 06:22

Дәүләт Думаһы 9-сы кластар өсөн имтихандарға үҙгәрештәр индерергә уйлай

Февралдә Дәүләт Думаһы 9-сы кластан һуң йомғаҡлау аттестацияһы ҡағиҙәләрендәге үҙгәрештәрҙе ҡарарға әҙерләнә. Парламентта белдереүҙәренсә, әгәр сығарылыш уҡыусыһы техникумда йәки колледжда уҡыуын дауам итергә уйлаһа, рус теленән һәм математиканан ғына имтиханды ҡалдырып, ике өҫтәмә фән буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын тапшырмаҫҡа тәҡдим ителә.

Дәүләт Думаһы 9-сы кластар өсөн имтихандарға үҙгәрештәр индерергә уйлайДәүләт Думаһы 9-сы кластар өсөн имтихандарға үҙгәрештәр индерергә уйлай
Дәүләт Думаһы 9-сы кластар өсөн имтихандарға үҙгәрештәр индерергә уйлай

Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ростов һәм Төмән өлкәләрендә, Төньяҡ Осетия — Аланияла пилот проекты башлана.

Әгәр был тәжрибә һөҙөмтәле булһа, артабан уны тотош илгә таратыу планлаштырыла.

Былтырғы уҡыу йылында республикала 51,3 меңдән ашыу уҡыусы дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын тапшырҙы.

 

Сығанаҡ “Башинформ”

Автор:
Читайте нас