+30 °С
Болотло
Аделина Заһиҙуллина Мәскәүҙә ҡатын-ҡыҙҙар араһында Бөтә Рәсәй ярыштарының беренсе этабы чемпионы булды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Спорт министрлығынан.
Турнирҙа көмөш һәм бронза миҙалдарҙы Курск спортсылары Виталина Анащенкова менән Полина Козаева бүлеште.
Гран-при серияһының икенсе этабы февраль аҙағында Мәскәү өлкәһенең Химки ҡалаһында ойошторола.
Бынан алдараҡ Башҡортостан мотоуҙышсыларының Рәсәй кубогының 2-се этабында икенсе урын алыуҙы хаҡында хәбәр иткәйнек.
Сығанаҡ: "Башинформ".