+24 °С
Ямғыр
Миңә музыканттың иҫтәлеген мәңгеләштереү үтенесе менән МХО-ла ҡатнашыусы мөрәжәғәт итте, илебеҙ граждандарынан да мөрәжәғәттәр килә, тип билдәләне сәйәсмән. Билдәле булыуынса, 2022 йылда Рәсәй халҡының Юрий Шатуновҡа үлгәндән һуң «Рәсәйҙең халыҡ артисы» исемен биреү тураһында петиция иғлан ителгәйне.
«Ласковый май» төркөмө солисы, яҡташыбыҙ Башҡортостандың Күмертау ҡалаһында тыуып үҫкән. Йырсы 2022 йылдың 23 июнендә 48 генә йәшендә йөрәк өйәнәгенән Мәскәүҙә вафат булды.
Сығанаҡ “Башинформ”