Башҡортостанда торлаҡҡа сиратта торған етем балалар һаны кәмей. Был хаҡта республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Башҡортостан хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә белдерҙе.
– Тәүге тапҡыр беҙҙә ҡырҡа үҙгәреш булды – торлаҡҡа сиратта торған етем балалар һаны кәмей башланы, – тип билдәләне Ленара Иванова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда етем балаларға социаль ярҙам көсәйтелде. 2024 йылдың апрелендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға, шулай уҡ тәрбиәгә алған һәм патронат ғаиләләргә социаль ярҙамды көсәйтеүгә йүнәлтелгән «Башҡортостан Республикаһының айырым закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон ҡабул итте.
Бынан алда республикала 5 меңдән ашыу етемде торлаҡ менән тәьмин итеү хаҡында хәбәр иткәйнек.