+24 °С
Ямғыр
Ошо көндәрҙә Башҡортостан халҡы планеталар парадын күреү бәхетенә эйә була. Ҡала планетарийы хәбәр итеүенсә, 21-25 ғинуарҙа төнгө күк йөҙөндә Марс, Юпитер, Уран, Венера, Нептун һәм Сатурн бер һыҙыҡҡа теҙелеп торған ғәжәп астрономик күренеште күреп һоҡланыу мөмкинлеге буласаҡ.
Уран менән Нептунды күҙәтеү өсөн телескоп кәрәк, Ә Марс, Юпитер, Венера һәм Сатурнды ябай күҙ менән дә күрә аласаҡбыҙ.
Сығанаҡ: "Башинформ".