Был хаҡта республика Башлығы үҙенең телеграм-каналында хәбәр итә. Радий Хәбиров Дианаға ихласлығы һәм яҡшылығы өсөн, ә уның ата-әсәһенә шундай игелекле ҡыҙ үҫтергәндәренә оло рәхмәтен белдереп яҙа.
Диана үҙе күп балалы ғаиләнән: уның ағаһы һәм апаһы бар. Әлеге мәлдә ағаһы менән атаһы – махсус хәрби операцияла. Әсәһе – башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.