Президент Владимир Путин 2025 йылда запаста булған Рәсәй Федерацияһы граждандарын хәрби әҙерлек йыйынына саҡырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Хәрби әҙерлек йыйыны РФ ҡораллы көстәрендә, РФ милли гвардияһы ғәскәрҙәрендә, РФ граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм тәбиғәт афәттәре эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса министрлығының ҡотҡарыу хәрби формированиеларында, дәүләт һаҡлау органдарында һәм федераль именлек хеҙмәте органдарында үтә.
РФ хөкүмәтенә һәм РФ субъекттарының башҡарма власть органдарына хәрби әҙерлек урындарына запаста булған РФ граждандарын саҡырыу менән бәйле сараларҙы үтәүҙе тәьмин итергә ҡушыла.