+30 °С
Болотло
Аномаль йылы көндәрҙән һуң һыуыҡтар ҡайта.
Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда термометр бағанаһы -22 градусҡа тиклем төшә.
Бөгөн, 17 ғинуарҙа, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан талғын. Көндөҙ термометр бағанаһы -9,-14 градус күрһәтәсәк.
18 ғинуарҙа урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Төндә температура -11, -16 градусҡа тиклем төшә, аяҙ көндәрҙә -17, -22 градусҡа тиклем һыуыҡ булыуы ихтимал, көндөҙ -6 -11 градус була.