Райондарҙа махсус хәрби операция яугирҙәренә төрлөсә ярҙам итә халыҡ. Шундай уңғандарҙың береһе Мәләүездә йәшәй. Алисә Үҙәнбаева, ҡала һәм район кешеләренә рәсем төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, унан йыйылған аҡсаны МХО-ға ебәреүҙе изге бер ғәҙәт итеп алған. 14 йәшлек үҫмер ҡыҙы ла әсәһенең хәйриә акцияһына үҙ өлөшөн индерә. Һуңғы арала ғына алты оҫталыҡ дәресе ойошторған улар. Яңыраҡ ҡына егерме мең һумдан ашыу аҡса йыйып ебәргәндәр.
Бында бөтөнләй һүрәт төшөрә белмәгәндәр ҙә ҡапыл асылған һәләттәренә аптырап ҡала. "Ошо – минең тәүге һүрәтем. Бәләкәстән рәсем төшөрөүгә барымым булманы. Шуға килеп сығырмы, юҡмы, тип кенә барғайным дәрескә. “Бәйләнештә” селтәрендә “мотлаҡ шедевр килеп сығасаҡ”, тип яҙылған ине бит, ҡыҙыҡһыныуым көслө булды. Мольберт артында уҡытыусы аңлатыуын иғтибар менән тыңлағас, күңелем асылып, ышаныс барлыҡҡа килде. Оҙаҡ ҡына аҡ ҡағыҙға текәлеп ултырҙым әле, ә һуңынан бирелеп киттем төшөрә башланым. Өс сәғәт бер мәл кеүек кенә тойолдо. Талғын музыка уйнай, йәнгә рәхәт. Тәүге һүрәтем үҙемә шундай оҡшаны – Алисәгә рәхмәт. Ил һаҡсыларына, мохтаждарға ярҙам итә алыуыма бер шатланһам, рәсем ҡулымдан килә икәненә тағы ҡыуандым", – тип яҙа Алисә Самат ҡыҙының оҫталыҡ дәресендә булған Гүзәл. Алисә олоһоноң да, кесеһенең дә йөрәгенә асҡыс табып дәртләндерә, ҡыҙыҡһындыра һәм ҡатмарлы ғына һүрәт төшөрөү серҙәрен ябай итеп аңлата белә. Уның дәресенә килгәндәр, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, оҫтаға әйләнә. Ире Рафаэль дә ҡатынының бар башланғысын хуплап тора. Үҙәнбаевтарҙың миһырбанлы ғаиләһендә өс ҡыҙ һәм ике ул үҫә. Балаларын да, төрлө яҡлап үҫтереү менән бергә, тормошто яратырға, кешелекле, кеселекле булырға, һәр кемгә ихтирам менән ҡарарға өйрәтә улар.
Оло йөрәкле, изге күңелле рәссам башҡалар яҙмышына ла битараф ҡала алмай, хәйриә акцияларында йыйылған аҡса мәрхәмәтлек фондтары аша киләсәгебеҙҙе яҡлап һуғышҡан ир-егеттәребеҙгә, ауырыу балаларға ярҙамға файҙаланыла. Акцияла ҡатнашҡан һәр кем дошманды еңеүгә үҙ өлөшөн индерә алыуына һөйөнә. “Ихлас ярҙамыбыҙ батырҙарыбыҙға файҙа килтерер, тип ышанам”, – ти Алисә. Ул, урындағы "Сатурн" телевидениеһында тыуған ерендә барған ваҡиғалар, ҡаһарман яҡташтары тураһында йөрәккә үтерлек тапшырыуҙар әҙерләп тә, зәңгәр экрандар аша йәшәүгә көс-ҡеүәт бирә, йәш күңелдәргә изгелек, илһөйәрлек орлоҡтары һала. Шулай уҡ кешеләрҙә, киләсәк быуында һынлы сәнғәткә, ижадҡа һөйөү тәрбиәләй.
Фотолар: ғаилә архивы.