+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
16 Ғинуар 2025, 04:40

Үлемесле авария

Краснокама районында, Дүртөйлө - Нефтекама автомобиль юлының 66-сы километрында, үлемесле авария теркәлгән.

Үлемесле аварияҮлемесле авария
Үлемесле авария

Краснокама районында, Дүртөйлө - Нефтекама автомобиль юлының 66-сы километрында, үлемесле авария теркәлгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Дүртөйлө районында йәшәүсе 42 йәшлек ир ВАЗ-2115 машинаһында ике йәйәүлене бәрҙертә, артабан юл ситендә торған КамАЗ-ға төкөй.

Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 32 йәшлек йәйәүле ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат булған. Ә 55 йәшлек ир дауаханаға оҙатылған.

Асыҡланыуынса, ир-егеттәр КамАЗ прицепының тәгәрмәсен алмаштырып торған була.

Автор:
Читайте нас