+24 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
16 Января 2025, 03:46

Башҡортостанда тәүге «батша» игеҙәктәре тыуған

 Был бәхетле хәл Мәләүездә Айһылыу менән Эдгар Йомаевтарҙың ғаиләһендә булған.

Башҡортостанда тәүге «батша» игеҙәктәре тыуғанБашҡортостанда тәүге «батша» игеҙәктәре тыуған
Башҡортостанда тәүге «батша» игеҙәктәре тыуған

Башҡортостанда 2025 йылда тәүге «батша» игеҙәктәре донъяға килгән. Ҡыҙ менән малай бергә тыуған осраҡты батша игеҙәктәре тип йөрөтәләр.

Мәләүездә Айһылыу һәм Эдгар Йомаевтарҙың улы менән ҡыҙы бар. Ата-әсә сабыйҙарына Аслан һәм Ләйлә тип исем ҡушҡан.  Балаларҙы 14 ғинуарҙа ЗАГС бүлегендә теркәнеләр, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле үҙенең телеграм-каналында.

Йомаевтар Рамазан исемле 2,5 йәшлек ул тәрбиәләй. Ғаилә башлығы вахта буйынса Байкал тау компанияһында эшләй, әсә – хужабикә.

 2025 йылдың тәүге аҙнаһында Башҡортостанда 793 сабый донъяға ауаз һалған

Сығанаҡ: "Башинформ".

Башҡортостанда тәүге «батша» игеҙәктәре тыуған
Башҡортостанда тәүге «батша» игеҙәктәре тыуған
Автор:
Читайте нас