+24 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
16 Января 2025, 04:25

Бөйөк Еңеү парадына әҙерлек

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы Рәсәй ҡалаларында хәрби парадтар үтәсәк.

Бөйөк Еңеү парадына әҙерлекБөйөк Еңеү парадына әҙерлек
Бөйөк Еңеү парадына әҙерлек

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы Рәсәй ҡалаларында хәрби парадтар үтәсәк.

Хәрби парад Мәскәүҙә һәм тағы ла һигеҙ герой-ҡалала, шулай уҡ хәрби округтар, флоттар штабтары урынлашҡан 19 ҡалала була. Парад расчеттары составына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар инә, тип белдерә Рәсәй Федерацияһы оборона министры Андрей Белоусов.

Ҡыҙыл майҙанда парадта ҡатнашыу өсөн 19 дуҫ дәүләттең хәрби подразделениелары саҡырылған, уларҙың уныһы, шул иҫәптән элекке Советтар Союзының ете иле ҡатнашыуын раҫлаған да инде.

Хәрбиҙәр йәлеп ителгән тантаналы саралар 370 тораҡ пунктта үтәсәк. Шулай уҡ Рәсәй хәрби формированиелары Сухумда, Цхинвалда, Дүшәнбелә һәм Бишкәктә Еңеү көнөн байрам итеүҙә ҡатнаша.

Автор:
Читайте нас