+24 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
15 Января 2025, 03:15

Уҡыусыларҙы конкурс көтә

Мәктәп уҡыусылары араһында Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған «Диктор тауышы» асыҡ республика конкурсына эштәр ҡабул ителә.

Уҡыусыларҙы конкурс көтәУҡыусыларҙы конкурс көтә
Уҡыусыларҙы конкурс көтә

Мәктәп уҡыусылары араһында Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған «Диктор тауышы» асыҡ республика конкурсына эштәр ҡабул ителә.

Конкурста ҡатнашыусылар ике видеояҙма ебәрергә тейеш: уҡыу тураһында мәғлүмәт материалдары серияһы һәм «Беҙҙең мәктәп тормошо» темаһына репортаж.

Ижади эштәр 20 ғинуарға тиклем ҡабул ителә.

Әхәт Мортазин 30 йылдан ашыу «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында эшләне. Уны «Башҡортостандың алтын тауышы» тип йөрөтәләр. Иртән ул бөтәһен дә радиотулҡындар аша «Өфө һөйләй» тип сәләмләне, һауа торошон һәм яңылыҡтарҙы хәбәр итте, ә кисен «Сәңгелдәк» телевизион тапшырыуы менән балаларҙы йоҡларға һалды. Әхәт Мотаһар улының тауышы мәңгелеккә республиканың алтын фондында ҡалды.

Автор:
Читайте нас