Рәсәйҙә Мотлаҡ медицина страховкалауын финанслауҙы 500 миллиард һумдан ашыуға (16,5 процентҡа) арттырҙылар. Был иһә медицина ярҙамы күрһәтеү күләмен арттырыу һәм уның хаҡын индексациялау мөмкинлеген бирәсәк, тип хәбәр итә Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова.
Программаны МХО-ла ҡатнашып, демобилизацияланған яугирҙәргә медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса айырым бүлек менән тулыландырғандар: диспансеризацияны киңәйткәндәр, телемедицина технологияларын файҙаланып динамик күҙәтеү, махсуслаштырылған юғары технологиялы медицина ярҙамы алыу һәм сираттан тыш реабилитация үтеү, шифахана-курортта дауаланыу өҫтөнлөгө индерелгән.
Шифахана-курорт дауалауы айырым бүлектә билдәләнгән.
Ауыр, ғүмер өсөн хәүефле һәм хроник сирҙәр менән ауырыусы пациенттарға табип комиссиялары ҡарарҙары буйынса Рәсәйҙә теркәлмәгән дарыуҙар тәғәйенләү тәртибе етди билдәләнгән.
Онкология менән ауырыусыларҙы дауалау һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн, уларға яман шешкә ҡаршы дарыу терапияһының айырым схемаларын билдәләү мотлаҡ шарт итеп ҡуйылған. Һүҙ дауалай башлағанға тиклем молекуляр-генетик һәм иммуногистохимик тикшереүҙәр үткәреү тураһында бара.
Төбәк етәкселәре программаны ғәмәлгә ашырыу буйынса эште тейешле кимәлдә ойошторорға тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Татьяна Голикова. Программаны тормошҡа ашырыуҙы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Мотлаҡ медицина страховкалауы фонды контролдә тотасаҡ.
Фото "Башинформ"дан алынды.