+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
14 Ғинуар 2025, 11:26

Меңдән ашыу етем фатирлы булған

Республикала уҙған йылда 1025 етем бала торлаҡ алған.

Меңдән ашыу етем фатирлы булғанМеңдән ашыу етем фатирлы булған
Меңдән ашыу етем фатирлы булған

Республикала уҙған йылда 1025 етем бала торлаҡ алған. Финанслауҙы ике тапҡырға арттырыу, планлы эшләү һәм республика етәкселеге һәм муниципалитеттар менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә етемдәрҙе фатир менән тәьмин итеүгә өлгәштек, тип билдәләне Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры Артем Ковшов. Был маҡсатта былтыр 2,6 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Быйыл етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә республика бюджетына 3 миллиард һумға яҡын аҡса һалынған.

Фото “Башинформ”дан алынды.

 

 

Автор:
Читайте нас