+24 °С
Дождь
2026 йылда Өфөлә Дәүләт циркы бинаһын реконструкциялау башлана. Күптән көтөлгән проект тураһында Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Финанслау мәсьәләһендә ҡатмарлыҡтар килеп тыумаһын өсөн, ул эштәрҙең бөтә нескәлектәрен өйрәнергә ҡушты.
Бынан тыш, төбәк етәксеһе республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға Рус драма театрын реконструкциялауҙы башлау өсөн аҡса бүлеү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.