+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
13 Ғинуар 2025, 09:31

Республика шифаханалары популярлыҡ буйынса тәүге унау иҫәбендә

Башҡортостан 2025 йылда шифаханала ял итеү өсөн иң яҡшы 10 төбәк иҫәбенә инде (9-сы урын). 

Республика шифаханалары популярлыҡ буйынса тәүге унау иҫәбендәРеспублика шифаханалары популярлыҡ буйынса тәүге унау иҫәбендә
Республика шифаханалары популярлыҡ буйынса тәүге унау иҫәбендә

Башҡортостан 2025 йылда шифаханала ял итеү өсөн иң яҡшы 10 төбәк иҫәбенә инде (9-сы урын). Республика тәбиғәт ресурстарына бай, үҙенсәлекле мәҙәни мираҫҡа эйә. Процедураларға килгәндә, ләм һәм ҡымыҙ менән дауалау, геотермаль газдар популяр. Башҡортостан шифаханалары һауыҡтырыу туризмы өсөн популярлыҡ яулай бара, тип хәбәр итә «Санатории-России. РФ» порталы.

Илебеҙҙең ял итеү өсөн башҡа популяр төбәктәре иҫәбендә: Краснодар крайы, Ҡырым, Мәскәү, Һамар өлкәләре һәм башҡалар. 2025 йылда Рәсәйҙә шифаханала ял итеүселәрҙең артыуы көтөлә. Алданыраҡ бронь ҡалдырыу ҙа шуны раҫлай.

Сығанаҡ: "Башинформ"

Автор:
Читайте нас