+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
13 Ғинуар 2025, 07:41

Өфөлә яҙыусы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арналған кисә үтә

17 ғинуарҙа Өфө балалар филармонияһында күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Бөртөкләп йыйыла алтын» исемле хәтер кисәһе була.

Өфөлә  яҙыусы  Яныбай  Хамматовтың 100 йыллығына арналған кисә үтәӨфөлә  яҙыусы  Яныбай  Хамматовтың 100 йыллығына арналған кисә үтә
Өфөлә яҙыусы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арналған кисә үтә

Сараның  режиссеры  Дамир  Йосопов белдереүенсә, кисәнең төп маҡсаты – яҙыусыны хөрмәтләп иҫкә алыу, уның иң яҡшы әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыу, ижадының бөгөнгө әҙәбиәткә йоғонтоһон тикшереү. Хәтер кисәһендә дүрт балалар театр коллективы: «Росток» өлгөлө балалар театры (етәксеһе Салауат Нурисламов), «Непоседы» өлгөлө театры (етәксеһе Лариса Беляева), «Бим-Бом» театр студияһы һәм «Волшебная рампа» халыҡ театры (етәксеһе Лилиә Иванова) ҡатнаша.

Сәғәт киске  6-ла башланған сараға инеү ирекле.

Билдәле булыуынса, 2025 йылда Башҡортостан Башлығы указы буйынса республикабыҙҙа Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр.  Ойоштороу комитетын Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкләй.

Автор:
Читайте нас