-19 °С
Болотло
Учалы районының Иҫке Балбыҡ ауылында йәшәүсе Нурҙиҙә Иҡсанова йөҙ йәшлек юбилейын билдәләне. Ҡыуаныслы яңылыҡ менән Туңғатар ауыл советы хакимиәте уртаҡлашты.
Нурҙиҙә Иҡсанова еңел булмаған тормош юлы үткән, ул – тыл хеҙмәтсәне, 40 йыллыҡ эш стажы бар. Йөҙйәшәр инәй тырыш хеҙмәте өсөн миҙалдар һәм башҡа бик күп наградалар менән бүләкләнгән, тип билдәләнеләр ауыл советы хакимиәтендә.
Район хакимиәте, Туңғатар ауыл советы һәм Башҡорт ҡоролтайының урындағы бүлексәһе вәкилдәре Нурҙиҙә Әхмәҙей ҡыҙын күркәм юбилейы менән тәбрикләне.
Сығанаҡ: "Башинформ".