-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
10 Ғинуар , 08:45

Радий Хәбиров МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты

9 ғинуарҙа Кушнаренко районының Кушнаренко ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған Сергей Ғиззәтуллин, Илгиз Ғайсаров, Илвир Ғәлләмов, Фидан Хәбибов, Юлай Хәнәфин, Илнар Ғилмановтың ғаиләләре менән осрашты.

Республика етәксеһе һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм яҡташтарыбыҙ үлгәндән һуң бүләкләнгән генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы.

«Егеттәр Тыуған иле өсөн ғүмерен ҡорбан итте. Һәр береһе аҙаҡҡаса үҙ бурысын үтәне. Улар – ысын геройҙар, һәм беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ –  улар тураһында хәтерҙе һаҡлау, –  тине Радий Хәбиров. – Һеҙ ысын ир-егеттәр, патриоттар, Ватанды һаҡлаусылар тәрбиәләгәнһегеҙ, улар хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булды. Улдарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Төп бурысыбыҙ – яугирҙәре онотмау, уларҙың хәтерен мәңгеләштереү, ата-әсәләре, ғаиләләре һәм балалары тураһында хәстәрлек күреү».

Башҡортостан Башлығы Республика кардиология үҙәгендә МХО-ла һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләрен һауыҡтырыу һәм реабилитациялау программаһы булыуы тураһында ла иҫкә төшөрҙө.

«Улдарығыҙҙы һәм ирҙәрегеҙҙе кире ҡайтарып булмай, быны мин аңлайым, ләкин һеҙгә артабан йәшәргә һәм һаулығығыҙҙы нығытырға, ейәндәрегеҙҙе тәрбиәләргә ярҙам итергә кәрәк. Муниципалитет хакимиәттәре һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре, уларҙың ғаиләләре менән һәр саҡ бәйләнештә булырға, уларға ярҙам күрһәтергә тейеш», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе шулай уҡ райондың МХО ветерандары менән аралашты. Улар эшкә урынлашыуҙары, ауылда уҙғарылған патриотик сараларҙа ҡатнашыуҙары хаҡында һөйләне һәм Радий Хәбировҡа шәхсән иғтибары, алғы һыҙыҡта хәрби бурыстарын үтәгән яугирҙәребеҙгә ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Азат Ғиззәтуллин. "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Олег Яровиков фотоһы. 

Автор:
Читайте нас: