-19 °С
Болотло
Документтан күренеүенсә, Белореттың балалар художество мәктәбенә рәссам, график, уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Знот Артур Яновичтың исеме бирелә. Көйөргәҙе районының Ермолаевка балалар сәнғәт мәктәбе композитор, фольклорсы Айрат Миңлеәхмәт улы Ҡобағошовтың исемен һәм рәссам, скульптор, монументалист, бик күп халыҡ-ара проекттар авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Көйөргәҙе районының почетлы гражданы Өлфәт Миңлеәхмәт улы Ҡобағошовтың исемен йөрөтәсәк.
Сығанаҡ: "Башинформ"