23 ғинуарҙа Өфөлә ApiGlobal халыҡ-ара умартасылар конгресы старт ала.
Өфөнөң "Торатау" Конгресс-холында Рәсәй һәм башҡа илдәрҙең умартасылары тәжрибә уртаҡлашыу, тармаҡтағы проблемаларҙы тикшереү һәм уларҙы хәл итеүҙең юлдарын табыу өсөн йыйыла.
Башҡортостандан Һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән умартасылыҡ өлкәһендәге эксперттарҙан тыш, Ҡытай, Белоруссия, АҠШ, Чили, Италия, Грузия һәм башҡа илдәрҙән ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Белгестәр эре сәнәғәт умарталыҡтарын булдырыу, инә ҡорттарҙы үрсетеү, бал ҡорттарын яһалма аталандырыу буйынса тәжрибә уртаҡлашасаҡ.
Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Вәлитов белдереүенсә, шулай уҡ умартасылыҡтың көнүҙәк мәсьәләләренә ҡағылған 9 түңәрәк өҫтәл үткәреү планлаштырылған. Улар бал һәм умартасылыҡ продукттары экспортын үҫтереү, продукттың сифаты, апитерапия тураһында фекер алышыуға арналасаҡ.
ApiGlobal – 2025 конгресының төп маҡсаттарының береһе -умартасылыҡты үҫтереүгә һәм тармаҡҡа өҫтәмә инвестициялар йәлеп итеүгә булышлыҡ итеү. Шуға күрә сара ҡунаҡтары өсөн махсус «Бизнесты үҫтереү» майҙансығы тәҡдим ителә. Унда умартасылар инвесторҙар менән эшлекле бәйләнештәр булдыра ала.
Конгреста умартасылыҡ ҡорамалдарының күләмле күргәҙмәһе эшләйәсәк.