Башҡортостанда 5157 яугир һәм уларҙың ғаилә ағзалары шифаханаларҙа һаулығын нығытҡан. МХО-ла ҡатнашыусылар шифаханала үҙҙәре ял итә йәки дауалау курсын яҡындары менән бүлешә ала, йә иһә дауаланыу хоҡуғын тормош иптәшенә йәки ата-әсәһенә бирергә мөмкин. Был турала Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
МХО-ла ҡатнашыусылар шифахананы үҙ аллы һайлап, путевкаға бронь һалырға мөмкин. Шифаханала дауаланыу ваҡыты бер кешегә – 14 көн көн, путевканы икегә бүлгәндә, етешәр көн тура килә.
Яугирҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары “Ассы”, “Йәшел сауҡалыҡ”, “Янғантау”, “Ҡарағай”, “Красноусол”, “Танып”, “Йоматау”, “Яҡтыкүл”, “Радуга”, “Бодрость” шифаханаларында , “Березки” ял йортонда, “Березка” шифахана-профилакторийында, “Энергетик” дауалау-һауыҡтырыу үҙәгендә, “Урал аръяғы шифаханаһы”нда, “Әй” профилакторийында дауалана ала.
Фото: “Башинформ”.