-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
9 Ғинуар , 11:10

Иҡтисадсы Илдар Ғәбитов арабыҙҙан китте

Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты, башватҡыстар оҫтаһы Илдар Ғәбитов арабыҙҙан китте. 

Иҡтисадсы Илдар Ғәбитов арабыҙҙан китте
Иҡтисадсы Илдар Ғәбитов арабыҙҙан китте

Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты, башватҡыстар оҫтаһы Илдар Ғәбитов арабыҙҙан китте. 

Илдар Ғәбитов 1961 йылда Әбйәлил районының Буранғол ауылында тыуған. Ростов дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлай. 1983-1990 йылдарҙа — Өфө дәүләт авиация техник институты, 1990-1997 йылдарҙа Өфө юридик институты доценты була. 2004 йылдан Башҡорт дәүләт университетында (хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университетының Финанстар институтында) эшләй.

80-дән ашыу ғилми хеҙмәт, бик күп публицистик эштәр авторы.

Илдар Ғәбитов сканвордсы булараҡ та билдәле. Уның башҡорт башватҡыстары милли матбуғат уҡыусыларының һөйөүен яуланы. Күп йылдар дауамында Ғәбитовтың кроссвордтары һәм сканвордтары республика гәзит-журналдарында баҫылды.

Автор:
Читайте нас: