-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
9 Ғинуар , 12:42

Башҡортостанда Сармат, Дилиә, Эмир исемле сабыйҙар тыуған

 Башҡортостанда 2025 йылдың 1 ғинуарынан 8-нә тиклем тыуған сабыйҙарға ҡушылған популяр һәм һирәк исемдәр билдәле булды. Республикабыҙ теркәлгән никахтар һәм тыуым буйынса тәүге 10 төбәк иҫәбенә инде.

Башҡортостанда Сармат, Дилиә, Эмир исемле сабыйҙар тыуған
Башҡортостанда Сармат, Дилиә, Эмир исемле сабыйҙар тыуған

Башҡортостанда 2025 йылдың 1 ғинуарынан 8-нә тиклем тыуған сабыйҙарға ҡушылған популяр һәм һирәк осрай торған исемдәр билдәле булды. Был турала ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталы хәбәр итә.

Шулай итеп, ҡыҙҙар араһында үҙенсәлекле исемдәргә килгәндә, Дилиә, Мәликә, Рамина, Камилла һәм Айша. Малайҙар араһында иһә Сармат, Искәндәр, Альмир, Мөхәммәт һәм Данияр. 

Ата-әсәйҙәр ҡыҙҙарына йышыраҡ Әминә (6), Йәсминә (5), Эмилия, Мирослава (4-әр), Амелия (3), ә улдарына Артем (4), Эмир, Матвей, Әмир һәм Даниэль (3-әр) тигән исемдәр һайлаған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан теркәлгән никахтар һәм тыуым буйынса тәүге 10 төбәк иҫәбенә инде.

 Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас: