-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
9 Ғинуар , 10:05

Баҡсаға йөрөү ҡулай булһын өсөн

Башҡортостанда баҡса ширҡәттәренә транспорт менән йөрөү өсөн ҡулай шарттар булдырыуға ҙур иғтибар бүленә.

Баҡсаға йөрөү ҡулай булһын өсөн
Баҡсаға йөрөү ҡулай булһын өсөн

Башҡортостанда баҡса ширҡәттәренә транспорт менән йөрөү өсөн ҡулай шарттар булдырыуға ҙур иғтибар бүленә.

2022 йылда Башҡортостан Башлығы баҡсаларға инеү юлдарын ремонтлау программаһын тәҡдим итте. Өс йыл эсендә 212 баҡсаға 85 км самаһы юл ремонтланған да инде. Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова белдереүенсә, 2024 йылда Өфөлә, Күмертауҙа, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Иглин, Өфө һәм Шишмә райондарында 72 баҡсасылыҡ ширҡәтенә алып барған 26 саҡрым самаһы юл ремонтланған. Был эштәргә 154 миллион һум йүнәлтелгән. 

2025 йылда территориаль заказға төҙәтмәләр индергәндә ошо эштәргә 150 миллион һум бүлеү планлаштырыла.

Автор:
Читайте нас: