2024 йылда Башҡортостанда 1300 саҡрым автомобиль юлы ремонтланған.
Бынан тыш, быйыл 56 саҡрым магистраль трасса төҙөлгән һәм реконструкцияланған. Был эштәргә республиканың Юл фондынан 38,6 миллиард һум йүнәлтелгән, шул иҫәптән федераль бюджеттан 4,1 миллиард һум. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова БСТ каналында «Башҡортостанда юлдар. Йыл йомғаҡтары” тапшырыуында белдерҙе.
Быйыл март айында 14 саҡрым оҙонлоҡтағы Көнсығыш сығыу юлы буйлап хәрәкәт башланды. Ошо көндәрҙә реконструкциянан һуң Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы юлының 40,6 саҡрым оҙонлоғондағы участкаһы файҙаланыуға тапшырылды. Өфөлә 440 метр оҙонлоғондағы Шаҡша күперен капиталь ремонтлау дауам итә. 2024 йылдың декабрендә был күпер ҡоролмаһының бөтә дүрт һыҙаты буйынса хәрәкәтте башлау планлаштырыла. Татарстан сигенән Пермь крайы сигенә тиклем дөйөм оҙонлоғо 200 саҡрым самаһы булған М-12 «Көнсығыш» автомобиль юлын төҙөү буйынса эштәр дауам итә. Декабрҙә уның Татарстан сигенән Дүртөйлөгә тиклем 65 саҡрымлыҡ участкаһын асыу тантанаһы үтте.
2025 йылда эш дауам итәсәк, 1000 саҡрымдан кәм булмаған юлдарҙы ремонтлау, реконструкциялау һәм төҙөү планлаштырыла, тине ведомство етәксеһе.