+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
27 Декабрь 2024, 03:35

Яңы йыл байрамдарында хәүефһеҙлек саралары тураһында

Республика йортонда яңы йыл сараларын үткәргән ваҡытта хәүефһеҙлек мәсьәләләре тикшерелде.

Яңы йыл байрамдарында хәүефһеҙлек саралары тураһындаЯңы йыл байрамдарында хәүефһеҙлек саралары тураһында
Яңы йыл байрамдарында хәүефһеҙлек саралары тураһында

Республика йортонда яңы йыл сараларын үткәргән ваҡытта хәүефһеҙлек мәсьәләләре тикшерелде.

Республиканың террорға ҡаршы комиссияһы һәм оператив штабтың берлектәге ултырышын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы.

Республика буйынса эске эштәр министры Александр Прядко ведомство хеҙмәткәрҙәренең Яңы йылды һәм Христос Раштыуаһын билдәләгән ваҡытта йәмәғәт урындарында хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән оператив-иҫкәртеү эштәрен алып барасағын билдәләне.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латипов һүҙҙәренсә, халыҡтың янғын хәүефһеҙлеге сараларын үтәүе мөһим. Ул ғәҙәттән тыш хәлдәргә яуап биреү өсөн шәхси составтың һәм техниканың әҙерлеге тураһында хәбәр итте.

2024 йылдың 28 декабренән 2025 йылдың 9 ғинуарына тиклем республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелә, тине Марат Латипов.

Автор:
Читайте нас