+24 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
27 Декабря 2024, 04:50

Байрам көндәрендә поликлиникалар нисек эшләй?

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Яңы йыл байрамдары осоронда, 2024 йылдың 29 декабренән алып 2025 йылдың 8 ғинуарына тиклем, медицина ойошмаларының эш графигы тураһында хәбәр итә.

Байрам көндәрендә поликлиникалар нисек эшләй?Байрам көндәрендә поликлиникалар нисек эшләй?
Байрам көндәрендә поликлиникалар нисек эшләй?

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Яңы йыл байрамдары осоронда, 2024 йылдың 29 декабренән алып 2025 йылдың 8 ғинуарына тиклем, медицина ойошмаларының эш графигы тураһында хәбәр итә.

 30 һәм 31 декабрҙә, шулай уҡ 2, 3, 4, 6 һәм 8 ғинуарҙа поликлиникалар 8.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Табипты кисектергеһеҙ саҡырыуҙар 16.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.

Профилактик диспансеризацияны шулай уҡ 30 һәм 31 декабрҙә, 2, 3, 4, 6 һәм 8 ғинуарҙа үтергә мөмкин.

Стационарҙар, травмпункттар һәм “ашығыс ярҙам” хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк.

Ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары 30, 31 декабрҙә һәм 2, 3, 4, 6, 8 ғинуарҙа ҡабул итә. Йөклө ҡатындар ошо уҡ көндәрҙә ультратауыш тикшереүе скринингы үтә ала.

29 декабрҙә, 1, 5 һәм 7 ғинуарҙа амбулатор-поликлиника звеноһы ял итә.

Фото “Башинформ”дан алынды.

 

Автор:
Читайте нас