Сибайҙа йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәмиғә Ырыҫбаеваға 101 йәш тулды.
Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йөҙйәшәр инәйҙе тыуған көнө менән ҡотланы.
«Мин йыл да Еңеү көнөндә уның янына киләм. Ул көтә, таный, йылмайып ҡосаҡлап ала. Оҙаҡ һөйләшеп ултырабыҙ. Сәмиғә апай үҙенең ҡалаһын бик ярата, балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә алтмыш йылдан ашыу ошонда йәшәй. Ветеранға ныҡлы һаулыҡ һәм бәхет теләйем!» – тип яҙҙы депутат.
Сәмиға Ырыҫмөхәмәт ҡыҙы 1923 йылдың 25 декабрендә Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында тыуған. 1942 йылда Совет Армияһы сафына алына, училище тамамлағас, 227-се дивизияның 637-се авиация-штурм полкына ебәрелә. Көньяҡ-Көнбайыш, 1-се һәм 4-се Украина фронттарында авиамеханик, парашюттарҙы йыйыусы булып хеҙмәт итә. Украинаны, Польшаны һәм Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеүҙе Чехословакияла ҡаршылай.
1945 йылда фронттан ҡайтҡас, Медногорск ҡалаһында хәрби заводта эшләй, артабан Сибай баҡыр-көкөрт комбинатының руднигында тир түгә, 1970 йылдан ташсы һөнәрен дә үҙләштерә.
Сибай ветераны II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, «Германияны еңгән өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.
Сығанаҡ: «Башинформ».