-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
26 Декабрь , 08:50

Алдағы көндәрҙә һауа торошо

Синоптиктар белдереүенсә, алдағы көндәрҙә Башҡортостанда ҡарлы һауа торошо көтөлә.

Алдағы көндәрҙә һауа торошо
Алдағы көндәрҙә һауа торошо

Синоптиктар белдереүенсә, алдағы көндәрҙә Башҡортостанда ҡарлы һауа торошо көтөлә.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡтан, көнбайышҡа табан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -6, -11 градус.

Иртәгә, 27 декабрҙә, йәнә бер аҙ ҡар яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -6, -11 градус, аяҙытҡанда -16, көндөҙ - 1, -6 градус.

Шәмбе, 28 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -4, -9, көндөҙ 0, -5 градус.

Автор:
Читайте нас: