-3 °С
Болотло
Бик күп шәхестәрҙең остазы Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы институттың театр факультетын ойоштороусыларҙың береһе була. Ярты быуатҡа яҡын эшләү дәүерендә ул 500-гә яҡын актёр һәм режиссёр әҙерләгән. Уларҙың 129-ы мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә маҡтаулы исемдәргә эйә.
«БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре», «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре» Фәрдүнә Ҡасимова режиссер булараҡ Башҡортостандың театр сәнғәте үҫешенә тос өлөш индерҙе. Ул профессиональ һәм халыҡ театрҙарында утыҙҙан ашыу спекталь сәхнәләштергән.
Сығанаҡ: “Башинформ”