60-сы йәшендә арабыҙҙан киткән билдәле яҙыусы һәм журналист Рәлис Ураҙғолов менән хушлашыу иртәгә, 26 декабрҙә, Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында була.
Ураҙғолов Рәлис Ришат улы 1965 йылдың 10 ғинуарында Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында тыуған. Журналист, яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. БР Журналистар союзы, Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1996 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1985–1987 йылдарҙа тыуған ауылының мәҙәниәт усағында директор булып эшләй. 1992 йылдан алып «Хеҙмәт даны» («Кармаскалинская новь») гәзите хеҙмәткәре, ошо уҡ йылдың мартынан гәзит бүлеге мөдире, 1993—2000 йылдарҙа «Йәшлек» гәзитендә (1994 йылдан бүлек мөдире), 2006—2007 йылдарҙа «Ағиҙел» журналында, 2007 йылдан «Башҡортостан» гәзитендә эшләй.
Рәлис Ураҙғолов «Аслыҡ», «Һуңғы йәйләү», «Кеше яҙмыштары» әҫәрҙәре авторы булараҡ киң билдәле.
«Башҡортостан ҡыҙы» журналы коллективы мәрхүмдең ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.