Кисә Өфө хосписында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт ҡурайсылар ансамбле һәм «Осрашыу» халыҡ ветерандар хоры концерты үтте.
Ҡунаҡтарҙы дауаланыусы балалар, өлкәндәр һәм уларҙың яҡындары ҙур теләк менән тыңлыны. Концертҡа хосписта инвалид коляскаһында ғына түгел, ә киң коридорҙар, иркен тамаша залы һәм хеҙмәткәрҙәрҙең хәстәрлеге арҡаһында медицина карауатында ла килергә мөмкин.
Яңы йыл бүләктәрен РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова Башҡортостан Республикаһының Балалар фонды рәйесе Лүзиҙә Рәжәпова менән берлектә килтерҙе. Осрашыуҙа «Өфө хосписы» хәйриә фондының Попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова ҡатнашты.
Хоспис 2023 йылда асылды. Уны Өфөлә төҙөү тураһында Ҡарар 2019 йылдың авгусында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан ҡабул ителгәйне.
Өфө хосписы, шулай уҡ бизнес һәм ябай кешеләр ярҙамы менән эшләй. Ойошманың эшенә яңы йыл акцияһы https://newyear.ufahospice.ru/company сиктәрендә, шулай уҡ https://ufahospice.ru/ сайты аша ярҙам итергә мөмкин.