-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
24 Декабрь , 09:11

Исемле йыл сиктәрендә ҙур проекттар планлаштырылған

Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылын уҙғарыу планы 100-гә яҡын сараны үҙ эсенә ала. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников шул хаҡта хәбәр итте.

Исемле йыл сиктәрендә  ҙур проекттар планлаштырылған
Исемле йыл сиктәрендә ҙур проекттар планлаштырылған

Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылын уҙғарыу планы 100-гә яҡын сараны үҙ эсенә ала. Хөкүмәттең оперативкәңәшмәһендә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников шул хаҡта хәбәр итте.

Бөтә саралар ҙа тематик бүлектәргә бүленгән. Бында ойоштороу мәсьәләләре, гуманитар ярҙам күрһәтеү, муниципалитеттарҙа уҙғарырға тәҡдим ителгән иҫтәлекле даталар календары, сәләмәтлек һаҡлау һәм социаль-хеҙмәт адаптацияһы буйынса, шулай уҡ мәҙәни-ял, спорт һәм патриотик саралар ингән.

Тематик йыл Өфөлә 2025 йылдың 23 февралендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған саралар сиктәрендә тантаналы рәүештә асыласаҡ.

Республикабыҙҙа Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы сиктәрендә ҙур проекттар планлаштырылған. Улар иҫәбендә – «Ҙур ғаилә ялдары», «Үҙебеҙҙекеләр хаҡында хәстәрлек менән», «Ҡаһарманлыҡ», «Армия мәҙәниәте көндәре» акциялары, «Батырҙар ваҡыты» патриотик йыр конкурсы, «Ирҙәр һөйләшеүе» форумы, «Уңышҡа үҙ юлың» йәштәр фестивале, махсус хәрби операция ветерандары араһында «Яугир» ярыштары, республиканың исемле батальондары байраҡтарын ҡаршылау марафоны, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалдары етәкселәре өсөн Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе.

«Тәҡдим ителгән тематик йыл планы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары комплексын системалаштырыу мөмкинлеген бирәсәк», – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Ул ҡала һәм райондар етәкселәренә тейешле муниципаль пландар әҙерләргә ҡушты.

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан.

 

 

Автор:
Читайте нас: