-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
24 Декабрь , 09:15

Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө

Башҡортостандың Төп законы 1993 йылдың 24 декабрендә ҡабул ителә.

Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө
Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө

Башҡортостандың Төп законы 1993 йылдың 24 декабрендә ҡабул ителә.

Башҡортостан Конституцияһы нормаларына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай барлыҡҡа килә, башҡарма власть институтын ойоштороуға нигеҙ һалына.

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы төбәк биләмәһендә демократик хоҡуҡи дәүләттең һәм социаль йүнәлештәге иҡтисадтың принциптарын нығыта. Республиканың Төп законын ҡабул итеү менән йәмғиәтебеҙ тормошонда тәүге тапҡыр күп партиялылыҡ, ирекле һайлауҙар, Конституция суды, Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил кеүек төшөнсәләр барлыҡҡа килә.

Ә һин Башҡортостан Конституцияһын беләһеңме? Белемеңде “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының сайтында https://www.bashinform.ru/longreads/longreads/2024-12-24/viktorina-chto-vy-znaete-o-konstitutsii-bashkirii-4064583 һылтанмаһы аша тикшерә алаһың.

Автор:
Читайте нас: