Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәт кәңәшмәһендә кемгә яңы йыл бүләктәрен әҙерләй башлауы хаҡында һөйләне.
«Шәмбе көндө беҙҙең проектты – «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһын астыҡ. Балаларға бүләктәр әҙерләй башланым, хөкүмәт ағзаларынан да Яңы йыл алдынан балаларға бүләктәр тапшырыу өсөн ошо шәп акцияға ҡушылыуҙарын һорайым», — тине республика етәксеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты. Ул Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында ҡуйылған яңы йыл шыршыһынан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың теләктәре яҙылған 5 уйынсыҡты алды.
Мәҫәлән, Өфө районының Подымалов ауылынан Венера Асфаганова ҡурсаҡ тураһында хыяллана, Стәрлетамаҡтан Матвей Ғәлиуллин машинист булып эшләп ҡарарға теләй, Октябрьскийҙан Михаил Долматов – трансформер, Салауат районының Лаҡлы ауылынан Камил Хәйретдинов тимер юл тураһында хыяллана.
Айзилә Ишморатова үҙенә – көтөлмәгән бүләк, ҡустыһына өҫтәл футболы һораны. Уларҙың атаһы МХО биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған.
Сығанаҡ: "Башинформ".