Илеш районында легендар летчик-штурмовик, республиканан берҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевҡа һәйкәл асылды.
22 декабрҙә үткән тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Һәйкәл М-12 «Көнсығыш» федераль трассаһының яңы участкаһында – Муса Гәрәев тыуып үҫкән Иләкшиҙе ауылы эргәһендә ҡуйылды.
Проектты «Автобан» подрядсы компанияһы финанслаған.
Һәйкәлдең авторы – Рәсәй скульпторы, Рәсәй художество академияһының мөхбир ағзаһы Андрей Молчановский. Ул Балтийск ҡалаһындағы императрица Елизавета Петровна һәйкәле, Мәскәүҙәге маршал Сухоруков һәйкәле, Ҡырым Республикаһындағы МХО геройҙары һәйкәле кеүек сәнғәт әҫәрҙәре һәм тағы бер нисә архитектура проекты авторы ла булып тора.