Республиканың төрлө төбәктәренән ижади һәләтле, әүҙем һәм өлгөлө ғаиләләр йыйылды. Еңеүселәрҙе “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова, республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡотланы. Каринэ Владимировна күркәм ғаиләләргә ысын күңелдән уңыш һәм артабан да ил күрке, өлгө булып йәшәүҙәрен теләне.
Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһенән Гөлсәсәк менән Руслан Мөлөковтар – "Йолаларҙы һаҡлаусы ғаилә", Салауат районынан Карина менән Илдар Мәмлиевтәр – "Йәш ғаилә", Мәсетленән биш балаға ғүмер биреүсе Лира менән Әсләм Хәфизовтар – "Алтын ғаилә", Күмертау ҡалаһынан туғыҙ бала тәрбиәләүсе Альбина менән Александр Корниловтар – "Күп балалы ғаилә", Благовар районынан Гөлнара менән Альберт Яҡуповтар "Ауыл ғаиләһе" номинацияларында еңеүсе тип билдәләнде. Өфө ҡалаһынан Лилиә менән Флорид Ғәйнетдиновтар Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Мәртәбәле сарала ҡатнашыусылар фотоға төшөп, сәй табыны артында файҙалы аралашып, Ҡыш бабайҙан бүләктәр алып, спектакль ҡарап, матур кәйефтә, тағы ла тырышып донъя көтөргә ҡуҙ, дәрт алып таралышты.
Александр Королев һәм Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.