

Өфөгә эш сәфәре барышында Рәсәй Дәүләт думаһының мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Ольга Казакова Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында булды һәм төҙөкләндерелгәндән һуң яңы асылған мәҙәниәт үҙәгендәге иннавацион үҙгәрештәргә һоҡланыуын белдерҙе. Уның менән бергә Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ла булды.
Ольга Михайловна ҡурсаҡ театры буйлап экскурсияла йөрөгәндә һәр яңылыҡҡа, заманса интерактив майҙансыҡтарға үҙе лә бала кеүек ҡыуанды. "Киләсәк быуындың ошондой яңылыҡтарға, яңы асыштарға ихтыяжы көслө, шуға уларҙың талаптарына ярашлы инфраструктура булдырыу мөһим, сөнки беҙгә интернет менән ярышырға тура килә. Заманса һәм иғтибарҙы йәлеп итерҙәй күркәм, шулай уҡ традицион мәғәнәгә эйә интерактив майҙансыҡтар булырға тейеш", — тине ул. Был ҡурсаҡ театрында балаларға ғына түгел, ата-әсәләргә лә бик ҡыҙыҡ, ә алдынғы ҡарашлы ижади коллектив үҙгәрештәргә әҙер, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды депутат.
"Унан тыш, учреждениела хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы шарттар булдырылған: йәмле оҫтаханалар, хатта фитнес-зал бар. Был —республика етәкселегенең балалар менән эшләгән кешеләргә ҙур ихтирам менән ҡарауы һәм уларҙың мөһим дәүләт эше менән шөғөлләнеүен аңлауы күрһәткесе", — тип белдерҙе Ольга Казакова.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.