+30 °С
Болотло
Синоптиктар Башҡортостанда яңы йыл төнөнә һауа торошона яҡынса фараз бирҙе. Яңы мәғлүмәттәр буйынса, 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төндә яҡшы һауа торошо көтөлә. Бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал, 9-11 градус һалҡын.
Яңы йыл каникулдарында ла ошондай һауа торошо һаҡлана. Байрам көндәрендә ҡаты һыуыҡтар көтөлмәй. Ә бына Яңы йылға тиклем бер нисә көн ҡалғас, 27-28 декабрҙә, епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы мөмкин.
Сығанаҡ: "Башинформ".