Өфөнөң юбилейы айҡанлы төшөрөлгән «Йәй. Ҡала. Мөхәббәт» фильмы февралдә прокатҡа сыға. Был хаҡта ошо көндәрҙә Өфөлә премьера менән таныштырыу сараһында проекттың художество етәксеһе Айнур Асҡаров белдерҙе.
Киноальманахтың һәр тарихын төрлө режиссерҙар төшөргән. Барлыҡ сюжеттарҙа, тыуған ҡалаға һөйөү темаһынан тыш, күп милләтле Өфөлә халыҡтар дуҫлығы темаһы төп лейтмотив булып яңғырай. Фильм өҫтөндә режиссерҙар Айрат Абушахманов, Виталий Дудка, Руслан Юлтаев, Айсыуаҡ Йомағолов, Айҙар Аҡманов һәм Руслан Рим улы эшләгән.
Төп ролдәрҙе танылған башҡорт актерҙары Азат Йыһаншин, Рушанна Бабич, Алмас Әмиров, Артур Ҡунаҡбаев, Полина Шабаева, Николай Рихтер, Сәғиҙулла Баййегет, Андрей Ганичев, Илгизә Ғилманова, шулай уҡ Рәсәй артистары Валентина Ляпина, Владимир Гарцунов, Илья Виногорский башҡарҙы.
Проектты «Асҡарфильм» киностудияһы һәм «МедиаСтарт» ойошмаһы тормошҡа ашырҙы. Фильм 2023 йылда кинематография өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеү өсөн республика Башлығы гранттары конкурсында еңеүсе булды.
Фильм 2025 йылдың февралендә киң прокатҡа сыға, шулай уҡ онлайн-платформаларҙа күрһәтелә.
Сығанаҡ: "Башинформ".