Бөгөн, 19 декабрҙә, Рәсәй Президенты Владимир Путин тура эфирҙа үтеп барған йылға йомғаҡ яһай һәм һорауҙарға яуап бирә.
Ил етәксеһенең матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, быйыл тура бәйләнеш берләштерелгән форматта үтә.
Президенҡа һорауҙы нисек бирергә?
“Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары” Сall-үҙәге аша 8-800-200-40-40 телефонына шылтыратырға, 0-40-40 номерына СМС-хәбәр менән мөрәжәғәт итергә, текст йәки видеояҙманы moskva-putinu.ru сайтына ебәрергә, шулай уҡ программаның “Бәйләнештә” һәм “Класташтар” социаль селтәрҙәрендәге рәсми төркөмдәрендә һорауҙар бирергә мөмкин.
Быйыл Сall-үҙәк операторҙарына яһалма интеллект ярҙам итә, шуға күрә мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеү ваҡыты кәмегән. Ә операторҙар менән аралашыу ваҡыты сикләнмәй.
Тура тапшырыу урындағы ваҡыт менән 14.00 сәғәттә башлана. Уны “Беренсе”, “Рәсәй 1”, “Рәсәй 24”, НТВ, ОТР, “Мир” телеканалдарының, “Маяк”, “ВЕСТИ FM” һәм “Рәсәй радиоһы” радиостанцияларының тура эфирында ҡарарға мөмкин.