+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
19 Декабрь 2024, 16:14

Ауыл һәм ғаилә ипотекаһы лимитһыҙ булырға тейеш – Путин

Ғаилә һәм ауыл ипотекалары лимитһыҙ булырға тейеш, тип белдерҙе Рәсәй Президенты 19 декабрҙә тура бәйләнеш барышында.

Ауыл һәм ғаилә ипотекаһы лимитһыҙ булырға тейеш – ПутинАуыл һәм ғаилә ипотекаһы лимитһыҙ булырға тейеш – Путин
Ауыл һәм ғаилә ипотекаһы лимитһыҙ булырға тейеш – Путин

Ғаилә һәм ауыл ипотекалары лимитһыҙ булырға тейеш, тип белдерҙе Рәсәй Президенты 19 декабрҙә тура бәйләнеш барышында.

«Был торлаҡ төҙөлөшөндә мөһим инструмент булып тора. Төҙөлгән торлаҡтың 50% – шәхси торлаҡ, һәм башлыса ауыл ерендә. Йышыраҡ торлаҡты 40 йәштә алалар. Кешеләр йорт һала, ғаилә ҡора. Бер ниндәй лимит булмаҫҡа тейеш», – тине дәүләт башлығы һәм хөкүмәткә субсидияларҙы төбәктәргә йүнәлтергә ҡушты.

Был ипотека программалары артабан да ғәмәлдә ҡала. Владимир Путин һүҙҙәренсә, IТ-ипотеканы ябыу тәҡдиме ҡаралған, әммә иҫәпләүҙәр унан һөҙөмтәлелектең сығымдарҙан юғары булыуын күрһәткән.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас