+30 °С
Болотло
Әҙибәне яңы китабы менән ҡотлап, Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов, яҙыусылар Гөлнур Яҡупова, Миләүшә Ҡаһарманова, Венер Исхаҡов, шағирәләр Тамара Искәндәриә, Зөлфиә Ханнановалар йөрәк түрендәге йылы хистәре менән бүлеште. Кисәне музыкаль яҡтан сихри ҡурай моңдары менән шағирәнең ҡустыһы Вилдан Дәүләтбирҙин биҙәне.
Күңелдәрҙе йылытыр, йәнле аралашыуға ҡоролған сара бер тынала үтеп тә китте. “Уйлы заман”ға үҙ уҡыусыһын табып, бәхетле яҙмыш юрайыҡ!